Улар РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған, Хәтер һәм дан йылында үткәрелгән марафон эстафетаһын Башҡортостан Республикаһынан ҡабул итте.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына старт Мордовия Республикаһында бирелде. 25 апрелдән видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Видео-яҙмалар Рәсәй Федерацияһында 2020 йылдың февралендә һәм март айы башында, үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнгән. Проектта Һамар өлкәһенән П.М. Милославов исемендәге рус халыҡ хоры ҡатнашты.
«Беҙ был эстафетаны ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алдыҡ. Күрше төбәктәрҙәге яҡташтарыбыҙға беҙгә унда ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәренә рәхмәтлебеҙ», - ти коллективтың директоры Виталий Натаров.
Халыҡ йыры эстафетаһын Татарстанға тапшырғанда Һамар башҡарыусылары яҡташтарына ҡыҫҡаса мөрәжәғәт яҙҙырҙы. Унда Куйбышев өлкәһенән фронтҡа ярты миллионға яҡын кеше китеп, һәр икенсеһе әйләнеп ҡайтмауы, ә тылдағыларҙың көндө-төнгә ялғап Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тир түгеүе тураһында һөйләнелә. Куйбышев «башҡаланың алмашы» исемен ала, был турала бөтә донъя белә һәм күп яҙалар. Бында легендар Ил-2 эшләнә һәм Сталин бункеры төҙөлә. Куйбышевта Шостакович үҙенең Етенсе симфонияһын яҙып бөтә һәм премьераһын ҡуя. Юрий Левитан бөтә донъяға яңылыҡтарҙы тап ошонан тапшыра. Ә 1941 йылдың 7 ноябрендә үткәрелгән хәрби парад һуғыш ваҡытындағы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе була.