+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2020, 14:00

«Еңеү көнө» йыры бөгөн тәүге тапҡыр татар телендә яңғыраясаҡ

“Еңеү көнө” йыры өсөн дә ағымдағы йыл – юбилей йылы.

Татарстан Республикаһы РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған, композитор Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов ижад иткән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушыла. “Беҙҙең Еңеү көнө” флешмобы сиктәрендәге сығыштарҙың яҙмаһы мәҙәниәт, фән, мәғариф һәм сәнғәт үҙәге – Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында һәм Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлил һәйкәле урынлашҡан Ҡазан Кремлендә үтте.
Видеороликта РСФСР-ҙың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Венера Ғәниева, Татарстан Республикаһы артистары Әлфис Ғәлиуллин һәм Элвира Ғәлиуллина, «Голос. Дети» программаһында ҡатнашыусы Айгөл Вәлиуллина, шулай уҡ Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтынан уҡытыусылар, доценттар магистрҙар ҡатнашты. Видеоклип Татарстан Республикаһы территорияһында үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе төшөрөлдө.
«Был акция бөтә төбәктәрҙе берләштерә һәм һәр милләттең мәҙәниәтен яҡлай», - ти Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институты ректоры Роза Әхмәҙиева. – Һәр артист Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған флешмобтарҙа теләп ҡатнаша.
Быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләгән Татарстан Ҡыҙыл Армияның тыл базаларының береһе була. Республикаға 70-тән ашыу фабрика һәм завод, 226 мең кеше, шул иҫәптән 15 мең етем бала эвакуациялана. Госпиталдәрҙә 334 мең яралы дауаланып, 207 меңе яңынан сафҡа баҫа. Татарстандан 100 мең кеше орден һәм миҙалдар менән наградлана. 186 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә Николай Георгиевич Столяров был исемгә ике тапҡыр лайыҡ була. Фронтҡа киткән 700 мең кешенең һәр икеһе әйләнеп ҡайтмаған. Улар тураһында иҫтәлек 28 томлы Хәтер Китабында мәңгеләштерелгән.
Юбилейлы йыр марафонында Волга буйы федераль округының бөтә 14 төбәге ҡатнаша. Татарстан Республикаһы эстафетаны Нижегород өлкәһенә тапшыра.
“Еңеү көнө” йыры өсөн дә ағымдағы йыл – юбилей йылы. Тәүге тапҡыр ул бынан 45 йыл элек башҡарылған.
Аудио-видеороликтар республиканың киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыла, ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була.
Читайте нас: