+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 14:00

Бөгөн йыр марафонына Түбәнге Новгород өлкәһе ҡушыла

Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша.

Бөгөн, 1 майҙа, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йылллығына арналған йыр марафонына Түбәнге Новгород өлкәһе ҡушылды.
«Еңеү көнө» йырын академия һәм джаз музыканттары, фольклор һәм поп-башҡарыусылар, шулай уҡ губерна оркестры солистары һәм «Голос. Дети» программаһында ҡатнашыусылар башҡарҙы.
Видеоролик үҙаллы ҡурсаланыу ваҡыты индерелеү алдынан Түбәнге Новгородтың Чкалов һәйкәле, «Герой» катеры эргәһендә төшөрөлгән.
«Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһында Мордовия, Марий Эл, Удмурт, Башҡортостан республикалары, Һамар өлкәһе, Татарстан Республикаһы ҡатнашты.
Түбәнге Новгород өлкәһе эстафетаны Пермь крайына тапшыра. Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша.
Республика һәм башҡа өлкәләрҙең ижади коллективтары сығышын 2020 йылдың 25 апреленән 8 майына тиклем бөтә теле-радиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ ВКонтакте, Фейсбук, Одноклассники социаль селтәрҙәрендә #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса тыңлау һәм ҡарау мөмкинлеге бар.
Читайте нас: