0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2020, 13:10

Күп балалы ғаиләләргә - планшет

Луизаға көтөлмәгән ҙур ҡыуаныс булды.

Дәүләт думаһы Зариф Байғусҡаров дистанцион белем алыусы балаларға заманса гаджеттар таратты. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәрлек" проекты сиктәрендә ул Күгәрсен, Ейәнсура, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында күп балалы ғаиләләр, оло йәштәгеләр һәм ирекмәндәр менән осрашты.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Мөхәмәтйәровтар ғаиләһендә өс уҡыусы бала. Ситтән тороп белем алыуға күскәс, ғаиләлә уҡыу өсөн техникаларҙың етешмәү проблемаһы килеп тыуҙы. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 11 класта уҡыусы Луизаға планшет бүләк итеүе улар өсөн көтөлмәгән, ҙур ҡыуаныс булды.
Бөгөн райондың күп балалы өс ғаиләһе депутат ҡулынан планшеттар һәм ике ғаилә аҙыҡ‐түлек тупланмаһы алып ҡыуанды. Зариф Байғусҡаров шәхсән һәр бер ғаилә ағзаһы менән осрашты. Уларҙың проблемалары хаҡында белеште, борсоған һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Үҙенең эш сәфәре барышында депутат ҡала ирекмәндәре менән дә осрашты.
Һәр кемдең эш буйынса һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен тыңланы, яңы ғәмәлгә ингән закондар менән таныштырып китте.
Раушания Рәхимова.
Читайте нас: