+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2020, 14:00

Бөгөн Пермь крайы “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушыла

Йыр марафоны эстафетаһын Пермь крайы артистары ҡабул итте

2 майҙа РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһын Пермь крайы артистары ҡабул итте. Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре бөгөн һәр төбәктә үҙенсәлекле яңғырай. Тәүге тапҡыр ул 45 йыл элек башҡарылған.
Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша. “Еңеү көнө” йыры осраҡлы рәүештә генә һайланмаған, уны автор-композитор Давид Тухманов һәм шағир Владимир Харитонов – халыҡтың бөйөк ҡаһарманлығын, туғандарҙы юғалтыу ҡайғыһын, беҙҙең тыныслыҡ өсөн үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямаған миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың батырлығына арнаған.
«Еңеү көнө» йырын Пермь хор капеллаһының 20 артисы башҡара.
Пермь крайы эстафетаны Саратов өлкәһенә тапшыра һәм Рәсәй халҡын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлай.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына старт Мордовия Республикаһында бирелде. 25 апрелдән видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас: