+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 22:40

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелә.

Битлектәр кейегеҙ йәиһә уны үҙегеҙ менән алығыҙ.

4 майҙан Башҡортостанда ҡәтғи битлек режимы индерелә.
Тимәк, магазиндарға, дарыуханаларға һәм башҡа йәмәғәт урындарына битлекһеҙ индермәйәсәктәр. Уның яңы коронавирус инфекцияһы таралыуы арта барыуы менән бәйле икәнлеге, аңлашыла ла.
Урамда бер кем менән дә аралашмайынса, башҡаларҙан хәүефһеҙ аралыҡта һәм яңғыҙ хәрәкәт иткәндә битлекһеҙ йөрөргә була.
Республикала битлектәр мәсьәләһе күптән хәл ителгән. Әгәр, кисекмәҫтән, кәрәкле эштәр буйынса йәмәғәт урындарына сығырға тура килә икән, битлектәр кейегеҙ йәиһә уны үҙегеҙ менән алығыҙ. Иң мөһиме – уларҙы дөрөҫ кейеү һәм тәрбиәләү (йыш алмаштырыу, йыуыу, үтекләү) ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: