-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 13:55

“Беҙҙең Еңеү көнө” халыҡ йыры марафонына Саратов ҡушылды.

Саратов өлкәһенән һуң марафонға Ульяновск өлкәһе ҡушыласаҡ

Танылған «Еңеү көнө» йыры саратов ерендә беренсе башҡарыусы, СССР-ҙың халыҡ артисы, бөтәбеҙгә лә таныш булған, яратҡан опера йырсыһы, Леонид Сметанников башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Артистың һүҙҙәре буйынса Волга буйы федераль округының бар төбәктәрен дә Бөйөк – Еңеү көнө, һәр кем өсөн изге булған байрам берләштерҙе: «Беҙҙең тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен аямаған атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын хәтерләргә бурыслыбыҙ. Был байрам - барыбыҙ өсөн дә планетала изгелектең яуызлыҡты Еңеү көнө!», - ти Леонид Сметанников.
Март айында үҙаллы изоляция индерелеү алдынан, А. Шнитке исемендәге Саратов филармония өлкәһе «Хор музыкаһы театры» оҙатыуында Леонид Сметанников башҡарған “Еңеү көнө”видеоролигы төшөрөлдө.
Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштергән Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны 25 апрелдә башланды.
Уға старт Мордовия Республикаһында бирелде. Саратов өлкәһенән һуң марафонға Ульяновск өлкәһе ҡушыласаҡ.
25 апрелдән видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас: