+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 22:25

Медицина битлектәрен йәмәғәт урындарында алыу мөмкинлеге бар

3 майҙан Башҡортостанда #БитлекЯрҙамға республика акцияһы старт алды.

Республика ҡалаларында йәшәүселәргә медицина битлектәрен йәмәғәт урындарында алыу мөмкинлеге бар
3 майҙан Башҡортостанда #БитлекЯрҙамға республика акцияһы старт алды. Уның барышында, ике көн эсендә, республиканың 6 ҡалаһы дөйөм алғанда 50 000 медицина битлеге аласаҡ.
Ирекмәндәр уларҙы кеше күп йөрөгән урындарҙа – аҙыҡ-түлек магазиндарында, дарыуханаларҙа, автозаправка станцияларында бөтә һаҡлыҡ сараларын күреп, таратасаҡ.
Бөгөн республика акцияһы сиктәрендә Өфө ҡалаһы тәүгеләрҙән булып, беренсе медицина битлектәре алды. Ҡаланың ете районының һәр береһенә 5-әр мең дана битлек килтерелде. «Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитетының «Беҙҙең хәстәрлек» проекты ирекмәндәре, Өфө ҡалаһының ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр инициативаларын яҡлау һәм ирекмәндәр штабы республика үҙәге ирекмәндәре уларҙы йәмәғәт урындарында таратты. Көн дауамында Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалаларына өсәр мең битлек еткерелде. Уларҙы муниципалитеттарҙың оператив штаб ирекмәндәре теләгән кешеләрҙең барыһына ла 4 майҙа 13.00 сәғәткә тиклем, шулай уҡ 4 майҙан 9 майға тиклем георгий таҫмалары таратасаҡ.
Медицина битлектәрен ҡайҙа алып буласағы тураһында мәғлүмәт акцияла ҡатнашҡан һәр муниципалитеттың киң матбуғат сараларында хәбәр ителәсәк.
Читайте нас: