-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
4 Мая 2020, 14:00

Бөгөн Ульяновск өлкәһе «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушыла

Ульяновск өлкәһендә йәшәүселәрҙең батырлығы күп һандағы архив материалдары менән раҫланған.

Ульяновск өлкәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушыла
45 йыл дауамында байрамдың милли символы булған «Еңеү көнө» тип аталған легендар йырҙы ульяновсыларҙың өс быуыны – башлаусы вокалсыларҙан алып, танылған артистарға тиклем башҡарҙы.
«Бөйөк Еңеү гимны»на «ВОЛГА» йыр һәм бейеү ансамбле солистары, «Еңеү ирекмәндәре» йәмәғәт хәрәкәте ағзалары, Ульяновск дәүләт педагогия университеты студенттары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының «Соловушка» атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы ҡушылды. «Соловушка» вокал коллективы патриотик тәрбиә өсөн милли премияға лайыҡ булған, 400-гә яҡын йыр яҙған, уларҙы илебеҙ төбәктәрендә, шулай уҡ Украинала, Германияла, Белорусияла башҡаралар.
Ульяновск өлкәһендә йәшәүселәрҙең батырлығы күп һандағы архив материалдары менән раҫланған. Унда Автомобиль заводы эвакуацияланып, һуғыш ваҡытында 7,8 меңгә яҡын автомобиль йыйыла. Һәр өсөнсө патрон Володарск исемендәге патрон заводында эшләнгән. Яугирҙар өсөн һәр дүртенсе шинель Ульяновск фабрикаларында тегелгән.
Өлкәнең 26 госпиталендә 133 мең офицер һәм һалдат дауалана.
Ульяновсий өлкәһендә тыуып үҫкән Алексей Судаев уйлап тапҡан автомат II Бөтә донъя һуғышында иң яҡшы автоматтарҙың береһе тип һанала, ә төбәктең Цильнинск районда йәшәүсе Петр Усачев Еңеүҙең тере символына әйләнә: 1945 йылдың 9 майында Рейхстаг стенаһына Бөйөк Еңеүҙең теүәл датаһын яҙа, тап ошо фотоһүрәт бөтә донъя гәзиттәрендә урын ала.
РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған марафон 25 апрелдә старт алды. Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша. “Еңеү көнө” тигән танылған йырҙы
Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башҡортостан һәм Татарстан, Һамар, Түбәнге ҡала, Пермь, Һарытау өлкәләре музыкаль коллективтары башҡарҙы ла инде. Бөгөн Ульяновск өлкәһе эстафетаны Пенза өлкәһенә тапшыра.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитоновтың легендар әҫәре тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек башҡарылған.
Төбәктәрҙең видеояҙмалары «Репортер73» һәм «Ульяновская правда» телеканалдарында трансляциялана. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас в