+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 13:55

Йыр марафоны эстафетаһын Пенза өлкәһе ҡабул итә

Бөгөн, 5 майҙа, Пенза өлкәһе ҡушылды.

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған,
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына бөгөн, 5 майҙа, Пенза өлкәһе ҡушылды.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән «Еңеү көнө» тип аталған легендар йырҙы Мордовия, Марий Эл, Удмуртия, Башҡортостан һәм Татарстан, Һамар, Түбәнге ҡала, Пермь, Һарытау, Ульяновск өлкәләре музыкаль коллективтары башҡарҙы ла инде.
Проектта Пенза өлкәһенән Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Каширский етәкселегендәге Губернатор симфония капеллаһы вәкилдәре ҡатнашты. «Акция тураһында ишеткәс, капелла солистары икеләнеп торманы – беҙҙең өсөн барыһы ла аңлашыла ине, - тип билдәләп үтте Владимир Каширский. – Роликты төшөргәндә беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары үҙҙәре, шулай уҡ «Еңеү ирекмәндәре», Пенза эҙәрмәндәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре һәм гимн булараҡ яңғыраған «Еңеү көнө» йырына битараф булмаған ябай халыҡ ярҙам итеүе ҡыуаныслы».
“Еңеү көнө” марафоны 25 апрелдә Мордовияла старт алды. Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнаша. Видео-яҙмаларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин. Радионан яратҡан йырҙың радио-версияһын тыңларға була. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Ижади коллективтарҙың сығышы төбәктәрҙә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһына бәйле үҙ аллы изоляция индерелгәнсе, 2020 йылдың февраль-март айҙарында яҙҙырылды.
Халыҡ йыр эстафетаһын Сыуашстан Республикаһына тапшырып, Пенза башҡарыусылары үҙҙәренең яҡташтарына ҡыҫҡаса мөрәжәғәт яҙҙырған. Унда һуғыш йылдарында Пенза өлкәһенән 300 мең кешенең фронтҡа китеүе, уларҙың 190 меңе кире әйләнеп ҡайтмауы тураһында һөйләнелә.
Еңеү өсөн фронтта ғына түгел, тылда ла ныҡышмалы көрәш бара. Пенза өлкәһе сәнәғәтте эвакуациялауҙың эре пунктына әйләнә.
Пенза заводтары миналар, авиабомбалар, артиллерия снарядтары әҙерләй. Төбәктән фронтҡа хәрби самолеттарға деталдәр, шинель буҫтауҙары, быймалар, саңғылар оҙатыла. 2020 йылда Пенза ҡалаһы Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» почетлы исемен алырға иҫәп тота. #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды, #амыизпензы, #75летпобеды #75летпобедыпенза #годпамятииславы
Читайте нас: