Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны бара. Илһөйәрлек акцияһы 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Бөгөн уға Сыуаш Республикаһы ҡушылды.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән «Еңеү көнө» тип аталған легендар йырҙы Волга буйы федераль округының 14 төбәге үҙ телдәрендә башҡара.
Был йыр бынан 45 йыл элек башҡарылған һәм бөйөк байрамдың ысын гимнына әйләнгән.
Легендар йырҙы ошо акция өсөн махсус рәүештә Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Сыуаш халыҡ шағиры Юрий Семендер тәржемә иткән.
Марафон өсөн видеоролик эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем – февраль-март айҙарында башҡарылған.
Сыуаш Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев: «Беҙҙең Республика был акцияға ҙур теләк менән ҡушылды. Беҙ дөйөм Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ошо проект айҡанлы, ветерандарыбыҙға, уларҙың батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары, тыуған илде һөйөүҙәре өсөн тағы ла бер тапҡыр «рәхмәт» һүҙҙәрен еткерәбеҙ», - тип билдәләп үтте.
Сыуаш Республикаһынан фронтҡа 208 меңдән ашыу кеше китә, уларҙың яртыһынан күбеһе яу яландарында ятып ҡала. Тылдағылар фронтты тәьмин итеү өсөн бар көстәрен һала. Республикаға 28 завод, фабрика һәм цехтарҙың ҡорамалдары һәм хеҙмәт коллективтары эвакуациялана. 11 эре предприятие үҙҙәренең ойошҡанлыҡ структураларын һаҡлап, Сыуаш Республикаһының яңы сәнәғәт берләшмәләре фундаментына әйләнә.
Козловск йорт төҙөлөшө һәм Шумерлинск ағас эшкәртеү комбинаттары фронтты самолеттар һәм планерҙар менән тәьмин итеү өсөн үҙгәртелә. Канаш вагондар һәм Алатырь паравоздар ремонтлау заводтары ҙур әһәмиәткә эйә була. Бында паровоздар һәм тимер юлы вагондары ремонтлау менән бер рәттән артиллерия снарядтары, бронепоездар һәм бронетранспортерҙар әҙерләнә.
Роликты яҙҙырыуҙа Сыуаш дәүләт филармонияһы артисы Юрий Катков, Сыуаш Дәүләт опера һәм балет театры артистары Маргарита Финогентова һәм Иван Николаев, популяр башҡарыусылар Алексей Московский һәм Ольга Пеганова, шулай уҡ «Соловушки» хоры, «Классика» йыр капеллаһы һәм «Живи и помни» патриотик йыр һәм музыка халыҡ ансамбле ҡатнашты.
Акцияға әлеге көнгә тиклем Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы, Ульяновск, Пенза өлкәләре, ҡушылды. Бөгөн Сыуаш Республикаһы эстафетаны Киров өлкәһенә тапшыра.
Республикалар һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарыуындағы йырҙарҙы 25 апрелдән урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары киң яҡтырта, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин. Акцияға һәр көн яңы төбәк ҡушыла, 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.