+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 12:05

Төркиәнән ҡайттылар!

Башҡортостандан бөтәһе 21 һәм башҡа төбәктәрҙән 72 пассажир ҡайтты

Бөгөн төндә “Өфө” аэропортында Төркиәнән Рәсәй граждандарын алып ҡайтҡан Анталья - Дондағы Ростов - Өфө рейсын ҡаршыланылар. Башҡортостандан бөтәһе 21 һәм башҡа төбәктәрҙән 72 пассажир ҡайтты. Килеп төшөү менән туристарға термометрия үткәрелде һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән йылы аш һәм һалҡын эсемлектәр тәҡдим ителде.
Башҡортостанда йәшәүселәр обсерваторияға ебәрелде, ә Татарстан, Удмурт республикалары, Силәбе, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләре, Пермь крайы халҡы автобустар менән тыуған яҡтарына ҡайтарылды.
Антальянан бөтәһе 160 Рәсәй гражданы ҡайтты, Өфөгә тиклем самолет Дондағы Ростовта таҡталыш яһаны, дәүләт сиге һәм таможня күҙәтеүен үтте.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, коронавирус инфекцияһына бәйле, Рәсәй Хөкүмәте 27 марттан сит илдәргә осош яһаған бөтә авиарейстарҙы туҡтатты. Әле сит илдән туристарҙы алып ҡайтыу өсөн генә тәғәйенләнгән махсус рейстар ғына башҡарыла.
Рөстәм Ғайсин фотоһы.
Автор: Карима Усманова
Башҡортостан гәзите
Читайте нас: