+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 16:25

Яҡутстандан вахтасылар менән йәнә ике рейс ҡайтты

Республикаға Чаянда ятҡылығынан 179 вахтасы ҡайтты.

Бөгөн «Өфө» аэропорты «Яҡутстан» авиакомпанияһының SYL 9226 һәм SYL 9224 рейсын ҡаршы алды. Республикаға Чаянда ятҡылығынан 179 вахтасы ҡайтты.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре һауа судноһында термометрия үткәрҙе. Һуңынан бөтә пассажирҙар, терминалға үтмәйенсә, махсус әҙерләнгән автобустарҙа обсерваторға ебәрелде.
Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә «Өфө» аэропорты коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн бөтә хәүефһеҙлек сараларын күрҙе, тип хәбәр иттеләр матбуғат хеҙмәтенән.
Хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Республика дезинфекция үҙәге пассажирҙарҙың багажына, һауа судноларына дезинфекция үткәрҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: