Бөгөн, 7 майҙа, Киров өлкәһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына ҡушыла. Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән «Еңеү көнө» тип аталған легендар йыр эстафетаһын кировсылар күрше Сыуаш Республикаһынан ҡабул итте. Киров вокалсылары 9 май байрамының алыштырғыһыҙ атрибуты булып торған танылған йырҙың үҙ видеоверсияһын тәҡдим итте. Кировта видео төшөрөү урыны булып, Вятка йылғаһы ярындағы һуғыш геройҙары иҫтәлегенә ҡуйылған - «Мәңгелек ут» мемориалы һайланды.
— Акция төрлө жанрҙа башҡарыусыларҙы бер коллективҡа тупланы. Халыҡ һәм эстрада йырсылары, актерҙар бергәләп сығыш яһаны, - тип һөйләй Киров өлкәһенең мәҙәниәт министры Татьяна Мазур. – Иртәгә беҙ эстафетаны һуңғы ҡатнашыусы - Ырымбур өлкәһенә тапшырабыҙ, ә 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
«Бөйөк Еңеү гимны»на Кировтың 9 башҡарыусыһы ҡушылды — «Дивертисмент» вокал ансамбле халыҡ үҙешмәкәр коллективы артистары— «Яңы йондоҙ» Бөтә Рәсәй телевизион вокал конкурсында ҡатнашыусылар, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Слобода» халыҡ ижады фольклор коллективы етәксеһе Ирина Холманских, шулай уҡ автор-башҡарыусы, Вятка филармонияһы солисы Константин Юдичев, Бөтә Рәсәй вокал сәнғәте конкурстары лауреаты, «Киров өлкәһе йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе Ирина Беляева, «Вятка» КВН командаһының танылған уйынсылары — 2018 йылдың юғары лига чемпиондары ҡатнашты.
Роликта кировсылар, башҡа төбәк ҡатнашыусылары кеүек үк, яҡташтарының Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн индергән өлөштәре тураһында һөйләне.
Һуғыш йылдарында фронтҡа Киров өлкәһенән 600 мең кеше китә, 250 меңдән ашыуы яу яландарынан кире әйләнеп ҡайтмай. 200-ҙән ашыу яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Киров өлкәһе тыл төбәге булараҡ, бында тиҙ арала илдең көнбайыш төбәгенән йөҙәрләгән предприятие эвакуациялана. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә производствоны йәйелдереп, фронтҡа йөҙәрләгән мең снаряд, танктар, танылған «Катюша»ларҙы оҙаталар. Вятскополянск машиналар төҙөү заводы коллективы һуғыш ваҡытында «еңеү ҡоралы» конструкторы Георгий Шпагин етәкселегендә 2,5 миллиондан ашыу билдәле ППШ — Шпагин пистолет-пулемёттары 1941 йылдың ноябрь аҙағында фронтҡа оҙатыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең хемәт ҡаҙаныштары өсөн өлкәнең Киров һәм тағы ла бер нисә ҡалаһы Хеҙмәт даны ҡалалары исемен йөрөтә. Бынан тыш Вятка ере йөҙәр мең, тәү сиратта блокадалы Ленинград балаларының икенсе йортона әүерелә. 1941 йылда ғына өлкәгә 200-ҙән ашыу балалар интернаты - 23 меңгә яҡын бала килтерелә.
Рейхстаг өҫтөнә беренселәрҙән булып ҡыҙыл байраҡ элгән ҡыҙылармеец кировсы Григорий Булатов, һуғыш фотойылъяҙмаһы тарихына «Еңеү байрағын йөрөтөүсе» булараҡ ингән.
— Рәсәйгә ауыр ваҡыттарҙа ла, шатлыҡлы көндәрҙә лә бергә тупланыу тойғолары хас. Беҙҙең көсөбөҙ шунда һәм «Беҙҙең Еңеү көнө» проекты быны тағы бер тапҡыр раҫланы. Волга буйы төбәгендә һәм илебеҙҙә йәшәүселәрҙең барыһын да Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ. Хөрмәтле ветерандарыбыҙға, тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш балаларына сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ, — тине «Слобода» фольклор ансамбле етәксеһе Ирина Холманских.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән, Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән «Еңеү көнө» тип аталған легендар йырҙы Волга буйы федераль округының 14 төбәге үҙ телдәрендә башҡара һәм эстафетаны бер-береһенә тапшыра.
Акцияға әлеге көнгә тиклем Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы, Ульяновск, Пенза өлкәләре, ҡушылды. Бөгөн Киров өлкәһе эстафетаны Ырымбур өлкәһенә тапшыра.
Марафон өсөн видеоролик эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған.
Республикалар һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарыуындағы йырҙарҙы урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары киң яҡтырта, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.