+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 14:00

#Беҙҙең Еңеү көнө: Ырымбур өлкәһе - Волга буйы юбилей йыр марафонында ҡатнашыусы 14-се төбәк

Бөгөн “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһы Киров өлкәһенән ҡабул ителә

Бөгөн, 8 майҙа, Ырымбур өлкәһе Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе берләштергән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны эстафетаһын Киров өлкәһенән ҡабул итә.
Давид Тухманов һәм Владимир Харитонов ижад иткән «Еңеү көнө» тип аталған легендар йырҙы бынан 45 йыл элек беренсе тапҡыр Леонид Сметанников башҡара, һәм шул ваҡыттан алып ул бар донъя халҡын берләштереүсе гимнға әйләнә.
Изге байрам алдынан Волга буйында йәшәүселәр танылған «Еңеү көнө» йырын Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры ҡатнашыуында ишетәсәк.
Был РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолған йыр марафонының финал сығышы буласаҡ. “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына старт Мордовия Республикаһында бирелде. 14 төбәктең ижади коллективтары ике аҙна дауамында яратҡан йырҙы башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырҙы.
– Беҙ эстафетаны ҙур шатлыҡ менән ҡабул итәбеҙ. Коллектив «Еңеү көнө» йырын 25 йыл дауамында башҡара, – тип һөйләй коллективтың солисты Владимир Решетков.
Ырымбур өлкәһе Бөйөк Еңеүгә әһәмиәтле өлөш индерә. Фронтҡа 411 мең кеше китә. Уларҙың 187 меңе яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡала. 43 яугир Дан ордены кавалеры, 235-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ, 65 меңдән ашыуы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградланған.
Ырымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуациялана. Фронтҡа 1595 самолет һәм меңдәрсә комплект ебәрелә. Һуғыш ваҡытында Ырымбур өлкәһе эвакуацияланған 240 мең кешенең тыуған йортона әйләнә. 4 йыл эсендә ҡала госпиталдәренә 28 095 яралы һәм сирлеләр килтерелә. Ырымбур өлкәһе дәүләткә 124 миллион бот иген, 6,2 миллион бот ит һәм ауыл хужалығы продукцияһы тапшыра.
Ырымбур фронтҡа снарядтар, миналар, патрондар, гранаталар, самолеттар, бронепоездар ебәрә.
«Еңеү көнө» йыры ике аҙна эсендә миллионлаған кешене берләштерҙе.
Видео-яҙмалар Рәсәй Федерацияһында 2020 йылдың февралендә һәм март айы башында, үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнгән.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафонына старт Мордовия Республикаһында бирелде. 25 апрелдән бирле видеороликтар ҡатнашыусы территорияларҙың төбәк каналдарында күрһәтелә. Шулай уҡ уларҙы #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарарға мөмкин.
Яратҡан йырҙың радио-версияһы «Маяҡ», «Рәсәй Радиоһы»нда тапшырылды. 9 майҙа легендар йыр марафонда ҡатнашыусы барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.
Читайте нас: