+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 00:50

Дәүләкән үҙәге яңырһын өсөн

Хөрмәтле дәүләкәндәр!

Әгәр һеҙҙе ҡала үҙәгенең нисек үҙгәрәсәге ҡыҙыҡһындыра икән, http://clck.ru/NKBTd адресы буйынса анкета тултырығыҙ. Анкета тултырыу өсөн, 6 майҙа дөйөм ҡала төҙөкләндереү концепцияһында тәҡдим ителгән ҡала территорияларын үҙгәртеү проектын ҡарағыҙ. Бында һеҙ вокзал майҙаны, Мәжит Ғафури һәм Ҡыҙыл майҙан урамдары, үҙәк парк һәм Дим йылғаһы ярына сыҡҡан урындың ниндәйерәк буласағы тураһында белә алаһығыҙ.
Проектты ентеклерәк ҡарап, һәр участканы кире бйләнеш аша (https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSdhKK8NxICgXCWd1c2iXEnLxJQOQOJqV4lSGgCot3zqSOou8g/viewform) баһаларға тәҡдим итәбеҙ.
Анкетаны 11 майға тиклем тултырырға мөмкин.
Беҙҙең өсөн, проекттың файҙаланыусылар һорауҙарына яуап биреүе мөһим! Хөрмәтле район халҡы, Дәүләкән үҙәгенең яңырыуы һеҙҙең ҡатнашыуға бәйле!
Читайте нас: