+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 21:45

"Улар - беҙҙең кешеләр!"

Унда 400 самаһы вахтасы йәшәй

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әбйәлил районында булған саҡта “Ҡайындар” ял йортонда ойошторолған обсерваторға ла барҙы. Әле бында 400 самаһы вахтасы йәшәй, уларҙың барыһы ла Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтарылған.
Уларҙың барыһын да аэропортта ҡаршы алдылар, кәрәкле санитар саралары үткәрҙеләр һәм коронавирусҡа анализ алдылар. ОРВИ симптомы булған бер кешене дауаханаға ебәрҙеләр. Һуңғараҡ COVID-19 сире ике кешелә табылды, уларҙы тиҙ арала дауаханаға алып киттеләр. Шулай уҡ улар менән бәйләнештә булған дүрт кеше лә контроль аҫтында.
Вахтасы ирҙәрҙе биш корпусҡа урынлаштырғандар. Һәр бүлмәлә ике-өс кеше. Уларҙа уңайлы йәшәү өсөн бөтә нәмә бар: айырым санузел һәм душ бүлмәһе, йыһаздар, телевизор, сәйнүктәр.
Радий Хәбиров вахтасылар менән аралашты, уларҙың ятҡылыҡтағы эш һәм йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
"Беҙ унан кешеләрҙе сығарыуҙы дауам итәбеҙ. Яҡын арала коронавирусҡа анализ һөҙөмтәләре кире булған кешеләр ҡайтасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә COVID-19 диагнозы ҡуйылған яҡташтарыбыҙҙы алып ҡайтырға ҡушмайҙар. Тик мотлаҡ рәүештә уларҙы ла сығарырға тырышасаҡбыҙ. Улар - беҙҙең кешеләр һәм бында үҙҙәрен яҡшыраҡ дауалаясаҡбыҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас: