+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 10:55

«Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһының финал аккорды

«Еңеү көнө» йырын бөгөн Волга буйы федераль округының бар халҡы үҙ дәүләт телендә башҡара

2020 йылдың 9 майында Волга буйы федераль округында киң күләмле «Беҙҙең Еңеү көнө» акцияһының финал аккорды яңғырай.
«Еңеү көнө» йыры тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округында йәшәүсе бар милләт халҡының үҙ телендә яңғырай һәм ул барыһын да дөйөм хорға берләштерә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафоны РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты инициативаһы буйынса ойошторолдо, һәм ул 25 апрелдән 8 майға тиклем дауам итте. Юбилей йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге лә ҡатнашты. Акция өсөн «Еңеү көнө» йыры юҡҡа ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған.
Видео-яҙмалар Рәсәй Федерацияһында 2020 йылдың февралендә һәм март айы башында, үҙаллы изоляция режимы индерелгәнсе үк эшләнгән.
Төбәктәрҙең видеояҙмалары телеканалдарҙа күрһәтелде, шулай уҡ #песнипобедыПФО, #нашденьпобеды хештегтары буйынса социаль селтәрҙәрҙә, ютуб каналдарында ҡарау мөмкинлеге булды. Радиостанцияларҙа яратҡан йырҙың радио-версияһы яңғыраны.
Читайте нас: