-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 16:15
Башҡортостанда тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороусылар 80-гә артҡан
COVID-19 диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең дөйөм һаны – 1647.
12 майҙа иртәнге сәғәт 8-гә Башҡортостанда яңы коронавирус йоҡтороусылар 80-гә артҡан. Шулай итеп, COVID-19 диагнозы ҡуйылған кешеләрҙең дөйөм һаны – 1647.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, 468 сирле дауаханала ята, 15 пациент ауыр хәлдә (бөтәһе лә махсус аппаратҡа тоташтырылған). Яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған 697 кеше өйҙә дауалана. Башҡортостанда 467 кеше һауыҡҡан.
Шулай уҡ табиптар тәүлек эсендә 130 пациентта ОРЗ һәм ОРВИ билдәләрен асыҡлаған. Алты кеше дауаханаға оҙатылған.
Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау министры Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасыларҙың ҡайһы берҙәрен дауаханаға оҙатыуҙары тураһында әйтте. Дауаханала ятҡан 26 ир-егеттең хәле тотороҡло, 10 вахтасыла COVID-19 раҫланған.
http://www.bashinform.ru/news/1448971-v-bashkirii-za-sutki-chislo-infitsirovannykh-covid-19-vyroslo-na-80-chelovek/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коронавирус
,
Максим Забелин
,
статистика
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?