-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 00:10

Башҡортостан Ҡоролтайы битлек режимын боҙған өсөн штрафтар билдәләне

Йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөүҙе күҙ уңында тотола

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы битлек режимын боҙған өсөн штрафтар билдәләне: граждандарға — 1-3 мең һум, ҡабаттан боҙған осраҡта — 3-5 мең һум. Юғары әҙерлек режимын боҙған өсөн вазифалы кешеләргә 5-15 мең һум штраф һалына (ҡабаттан – 15-30 мең һум), юридик берәмектәргә 50-100 мең һум штраф тәғәйенләнә (ҡабаттан — 100-200 мең һум). Граждандарға иҫкәртеү яһалырға мөмкин.
Документ ҡултамға ҡуйыу өсөн республика башлығына тапшырылған. 12 майҙа Башҡортостан изоляция режимын йомшартты һәм шуның менән бергә битлек режимын көсәйтте. Ул йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөүҙе күҙ уңында тота.
«Ил һәм республика яйлап изоляция режимынан сыға, йәмәғәт урындарында, эш коллективтарында кешеләр күбәйә. Хәҙер һис ҡасан булмағанса иҫкәртеү сараларын үтәү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы бөтәһе лә үтәмәй. Бындай сараларҙы һәйбәт тормоштан индермәйбеҙ. Республикала йәшәүселәрҙең һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янай», — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: