-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 11:30

Башҡортостанда социаль учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәренә пандемия ваҡытында ике өҫтәмә түләү ҡарала

Хеҙмәткәрҙәргә аҡса июнь айында күсә башлай.

Башҡортостанда социаль учреждениеларҙың хеҙмәткәрҙәре коронавирус шарттарында эшләгән өсөн федераль һәм республика бюджетынан түләү алырға тейеш, тип хәбәр итте республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Карантин осоронда йорт-интернаттарҙа йәшәүселәр менән ҡалған социаль хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан сменаһына – 25-әр мең һум, республика ҡаҙнаһынан 15-әр мең һум түләнә.
Әгәр социаль учреждениела яңы коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың раҫланған осраҡтары булһа, хеҙмәткәрҙәргә федераль бюджеттан – 35-әр мең һум, республика ҡаҙнаһынан 25-әр мең һум бирелә.
Түләү осоро – 2020 йылдың 15 апреленән 15 июленә тиклем. Хеҙмәткәрҙәргә аҡса июнь айында күсә башлай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: