+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 17:20

ДАУАХАНА КОРПУСЫ ЯҢЫРА

1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусын яңыртыу эштәре тамамланасаҡ

Октябрьский ҡалаһында йыл аҙағына тиклем 1-се ҡала дауаханаһының хирургия корпусын яңыртыу эштәре тамамланасаҡ. Өс ҡатлы бина тулыһынса яңырасаҡ. Был корпусты реконструкциялау 240 миллион һумға барып баҫа.
Хирургия корпусын яңыртыу өҫтөндә эш 2018 йылдың ноябрендә башланған. Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – «Капитал Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Октябрьский ҡалаһы дауаханаһының был корпусын төҙөкләндереү проекты Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект төҙөү программаһына ингән, яңыртыу эштәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бөгөн 1-се дауахананың хирургия корпусы бинаһында эштәр юғары төҙөлөш әҙерлеге кимәлендә. Нигеҙе, колонналары һәм подвал стеналары нығытылған. Барлыҡ өс ҡатта ла тәҙрә һәм ҡат-ара стеналар алмаштырылған, лифт шахтаһы эшләнгән. Тиҙҙән эске эштәре лә тамамланасаҡ. Тышҡы биҙәү эштәре һәм инженер селтәрҙәрен һуҙыу ҙа дауам итә. Бина янындағы биләмәне тәртипкә килтереү, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
Г.Кунафина.
Читайте нас: