+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 01:15

Яҙғы саҡырылыш

Яҡташтарыбыҙҙың тәүге партияһы хеҙмәт итеү урындарына май аҙағында юллана

Быйыл илдең оборона министрлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына беҙ аҙ үҙгәрештәр индерҙе. Был коронавирус пандемияһы һәм төбәктәрҙә сикләү саралары оҙайтылыу менән бәйле. Алдағы йылдарҙан айырмалы, был юлы барлыҡ егеттәр ҙә йоғошло сиргә тест тапшырырға бурыслы. Шулай уҡ хәрби комиссариаттар тәүге тапҡыр ил һаҡсыларын тантаналы оҙатыуҙан баш тартҡан.
Коронавирусҡа бәйле буласаҡ һалдаттарҙы ишек төбөндә үк ҡаршы алалар. Яуаплы хеҙмәткәрҙәр егеттәрҙең тән температураһын үлсәй һәм ҡулдарын химик шыйыҡса менән эшкәртә, шулай уҡ битлек һәм бирсәткә кейеүҙе талап итә. Бинаның эсендә лә көн дауамында дезинфекция саралары туҡтамай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар тейешле дистанция һаҡлап, табиптарға сиратлап ҡына үтергә бурыслы. Аҡ халатлылар уларҙың сәләмлеген үтә күренмәле битлектәрҙә тикшерә.
Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, быйыл яҡташтарыбыҙҙың тәүге партияһы әрме сафына ике аҙнаға һуңғараҡ саҡырыла. Медицина тикшереүе лә был аҙнала ғына башланған. Июль уртаһына тиклем Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарынан 300-гә яҡын егет һалдат итеген кейәсәк. Әрмегә китергә 4 көн алдан уларҙың барыһы ла йәшәгән урындарында коронавирусҡа анализ тапшырырға тейеш. Ошондай уҡ талап республиканан ил һағына баҫасаҡ тағы ла 5 меңдән ашыу егеткә лә ҡағыла.
Хәрби комиссариатта карантин иғлан ителгән осраҡта ла егеттәрҙе әрмегә оҙатыу туҡтатылмаясаҡ. Бының өсөн Өфөнөң бер нисә районында запас биналар әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙҙың тәүге партияһы хеҙмәт итеү урындарына май аҙағында юллана. Быйыл тәүге тапҡыр хәрби коммиссариатта тантаналы оҙатыу саралары үткәрелмәй. Шулай уҡ ант биргән ваҡытта ла һалдаттың ата-әсәһенә һәм яҡындарына хәрби частәргә килеп йөрөү тыйылған.
Илдар Байбулатов.
Читайте нас: