-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 01:15

Башҡортостанда «Ярҙамға битлек» акцияһы дауам итә

Йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлектә булырға.

Республиканың 23 ҡала һәм ҡала биләмәһендә йәшәүселәргә 130 меңдән ашыу медицина маскалары таратылды. Ә бына Башҡортостандың йәмәғәт транспортында битлек режимының үтәлешен тикшереү сараһы үтте. Пассажирҙарҙың һәм водителдәрҙең санитар хәүефһеҙлек талапарының үтәлешен махсус комиссия күҙәтә.
Йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлектә булырға. Республика ҡалалары «Ярҙамға битлек» акцияһына әүҙем ҡушыла. Уның маҡсаты – халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа хәүефһеҙлек сараһын таратыу. Акция «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 4600 битлек Сибай һәм Күмертауҙағы ирекмәндәр штабына килтерелә, уларҙы таратыу аҙыҡ-түлек магазиндары, дарыуханалар, үҙәк урамдар һәм майҙандарҙа ғәмәлгә ашырыла. Бынан тыш, ирекмәндәр һәр кешегә битлек кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: