-29 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
15 Мая 2020, 16:55

Республикала коронавирус менән ауырыусылар 1874-кә еткән

Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан

15 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1874 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
1874 кешенең 524-е һауығып сыҡҡан, 16-һы вафат булған. Һуңғы тәүлектә республикала үлеү осраҡтары теркәлмәгән.
Тәүлек эсендә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 10 598 яңы осрағы раҫланған, 113 үлем осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә илдә 4 696 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә хәҙер 262 843 коронавирус йоҡтороусы иҫәпләнә, уларҙың 58 226-һы һауыҡҡан, 2 418-е үлгән.
Бөгөнгә илдә COVID-19 булыу-булмауға 6,4 миллион лаборатория тикшереүе үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 225,8 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә 257 мең самаһы кеше коронавирусҡа шик менән табиптар күҙәтеүе аҫтына алынған.
Галина Бахшиева
Читайте нас в