-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2020, 01:10

Өфөнөң 21-се дауаханаһының кардиология бүлеге карантинға ябылған

Коронавирусҡа шикле пациент асыҡланыу сәбәпле, карантинға ябылған

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығы күрһәтмәһе буйынса Өфөнөң 21-се дауаханаһының кардиология бүлеге коронавирусҡа шикле пациент асыҡланыу сәбәпле, карантинға ябылды тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Дауаханала дезинфекция саралары уҙғарыла. Медицина учреждениеһы 18 майҙан тулы ҡеүәтенә эш башлар тип билдәләнә ведомствоның матбуғат хеҙмәте таратҡан мәғлүмәттә. Ауырыу йоҡторған пациент, уның менән бәйләнештә булған медицина хеҙмәткәрҙәре һәм сирлеләр госпиталдәргә күсерелгән йәки үҙизоляцияға ебәрелгән.
Барыһынан да коронавирус инфекцияһына тест алынған. 21-се дауахананың башҡа бүлектәре ғәҙәти режимда эшләй. Ковид-19 вирусын таралыуын иҫкәртеү маҡсатында медицина учреждениеһына сирлеләр махсус бокстар аша ғына ҡабул ителә.
Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: