+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 14:00

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй

Аграрийҙар буласаҡ уңышҡа нигеҙ һала

Районда сәсеү кампанияһы дауам итә. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау һәм буласаҡ уңышҡа мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк нигеҙ һалыу өсөн хужалыҡтарҙың барыһы ла ҡырға иртәрәк сыҡты.
Илдар Абрар улы Фазлыевтың крәҫтиән-фермер хужалығында ла эш ҡайнай. Был хужалыҡ райондың аграр баҙарында 17 йылдан ашыу иҫәпләнә, тимәк, етәксенең ҙур майҙандарҙа ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу тәжрибәһе етерлек. Уның сәсеү майҙаны 2010 гектар тәшкил итә. Бында яҙғы бойҙай, арпа, һоло, көнбағыш сәселәсәк. Көҙгөһөн мул уңыш алыу өсөн хужалыҡта үткән йылда уҡ тупраҡты тейешенсә эшкәртеп ҡуйғандар, ә иртә яҙҙан дым ҡаплатылған.
Орлоҡтарҙың сифаты ла мөһим әһәмиәткә эйә – бында уны әҙерләүгә айырыуса етди ҡарайҙар. Яҙғы бойҙайҙың «Архат», арпаның «Т-12», көнбағыштың «ВНИИМИК» тип исемләнгән беренсе репродукциялы һәм элиталы сорттары сәселә. Үткән йылдарҙа был сорттар мул уңыш менән ҡыуандырған.
Баҫыуҙарға сыҡҡан тракторҙарҙың, машиналарҙың барыһы ла техник тикшереү үткән, киләһе миҙгелдә лә эшләүгә әҙерҙәр, шулай уҡ кәрәкле күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылған.
Тәү башта һоло сәселгән. Был бөртөклө культура һыуыҡҡа сыҙамлы, шуға уны тәүгеләрҙән булып сәсәләр. Артабан арпа, бойҙай һәм көнбағыш орлоҡтары бураҙнаға төшә.
Беҙ барғанда Черниговка ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙың береһендә сәсеү эштәре гөрләй ине. Баҫыуҙағы ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы алыҫтан уҡ күҙгә салына, ул үткән ерҙә еңелсә генә туҙан күтәрелеп ҡала.
Яҙғы баҫыу эштәре осоронда предприятиела төп көс «Т-150» тракторҙарына төшә, улар алдан тупраҡҡа культивация үткәреп бара. Уның артынан сәсеү агрегаттары таҡҡан «МТЗ-1225» тракторҙары төшә. Улар көнөнә 60 гектарға тиклем майҙанда эш башҡара.
Орлоҡтар менән бергә тупраҡҡа минераль ашламалар ҙа индерелеп бара. Сәсеү эштәренә һигеҙ трактор, орлоҡ һәм ашлама ташыу өсөн ике автомобиль йәлеп ителгән. Уларҙа тракторсылар Евгений Андреев, Михаил Проскуро, Александар Полежаев, Илфат Әсәҙуллин, Эдуард Әмиров, Айрат Ғәлиуллин, водителдәр Игорь Кузьмин, Дмитрий Гапоненко хеҙмәт һала. 16 кешенән торған крәҫтиән-фермер хужалығы игенселәре быйылғы сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта тамамлап килә.
КФХ башлығы И.А. Фазлыев әйтеүенсә, йылы көндәр, тупраҡтағы дым, сифатлы орлоҡ, коллективтың көйлө эшләүе киләһе уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалырға мөмкинлек бирә.
Сергей Чиков.
Тракторсы Илфат Әсәҙуллин өсөн сәсеү – мөһим кампания..
Читайте нас: