-11 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
22 Мая 2020, 12:00

Коронавирус арҡаһында республикала Сик һаҡсылары көнө билдәләнмәй

Элеккесә күмәкләшеп һәйкәлдәргә бармағыҙ.

28 майҙа Сик һаҡсылары көнө билдәләнмәй, тип хәбәр итте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
«Аңлайым, был көндә меңләгән ир-егет, ветеран осрашып, йәшлектәрен, армияла хеҙмәт иткән йылдарын иҫтәренә төшөрә. Был һәйбәт йола, ләкин быйыл һеҙҙән йыйылмауығыҙҙы һорайым, — тине республика башлығы. — Элеккесә күмәкләшеп һәйкәлдәргә бармағыҙ. Был етди мәсьәлә. Юғиһә һәйкәлдәрҙе ябырға һәм башҡа аҙымдарға барырға тура килер».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала күп кеше ҡатнашлығындағы саралар ваҡытлыса тыйылған. Был саралар яңыраҡ уҙған Еңеү көнөнә лә ҡағылды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в