-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
22 Мая 2020, 18:00

Ураҙа байрамы көндәрендә почта бүлексәләре нисек эшләй

Почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй

Рәсәй почтаһы Ураҙа байрамы уңайынан байрам көндәрендә бүлексәләрҙең эш графигын хәбәр итте.
Шәмбе, 23 майҙа, Башҡортостанда почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Йәкшәмбе, 24 май, республиканың бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көнө тип иғлан ителгән. Был көндә ваҡытлы матбуғат таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай.
Дүшәмбе, 25 майҙа, почта бүлексәләре йәкшәмбе графигы буйынса эшләй.
«26 майҙа Рәсәй почтаһы бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә», — тип йомғаҡ яһаны Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Галина Бахшиева
Читайте нас в