+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2020, 12:15

Республикаға 30 градуслыҡ эҫелек һәм йәшенле ямғырҙар килә

Яңы эш аҙнаһы эҫе булмаҡсы.

Алдағы көндәрҙә Башгидрометүҙәк синоптиктары 30 градуслыҡ эҫелек, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен вәғәҙәләй.
Бөгөн, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында һауа +29 градусҡаса йылына. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын.
Шаршамбы, 27 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +9-14, көндөҙ +31 градусҡа тиклем күтәрелә.
Кесаҙна, 28 майҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 12-17 градус йылы, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +31 градусҡа тиклем.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: