+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2020, 20:45

Тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 91 осрағы асыҡланған

Сирлеләрҙең дөйөм һаны 2942-гә еткән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы 91 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. Шулай итеп, республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны 2942-гә еткән, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар — 18 кеше.
Бер тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирустың 8 338 яңы осрағы раҫланған, 161 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 11 079 кеше һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә коронавирус йоҡторған 370 680 кеше иҫәпләнә, уларҙың 142 208-е һауығып сыҡҡан, 3968-е вафат булған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: