+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 13:40

Илһам килгән саҡтарҙа...

Обойҙар урынына – майлы буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәт

Һәр кешелә, уның программист йәки уҡытыусы, спортсы йәки эшҡыуар, һатыусы йәки водитель булыуына ҡарамай, ижади башланғыс йәшәй. Юғиһә, берәүҙәр шиғыр яҙа, икенселәре һүрәт төшөрә, өсөнсөләре балсыҡтан йәки ағастан төрлө әйберҙәр эшләй башлар инеме? Ҡайһы кеше үҙендә ниндәй йәшерен һәләттәре барлығын күп осраҡта белмәй ҙә.
Фәнисә Мостафина Иҫке Көрмәнкәй ауылында тыуған. Бында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң артабан уҡыуын Дәүләкән ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә дауам итә. Матурлыҡ һөйөүе уға атаһы Әхиәрҙән бирелгән. Ул колхозда тимерсе һәм балта оҫтаһы булып хеҙмәт һалған, ә буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә яратҡан. Фәнисәгә атаһының шөғөлө бик оҡшай һәм ул бәләкәй сағында уҡ тәүге тапҡыр ҡулына бумала тотоп ҡарай. Мәктәптә уҡыған йылдарында уға төрлө плакаттар, стена гәзиттәрен төшөрөүҙе ышанып тапшыралар.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, сәнғәт училищеһына инеү теләге менән янһа ла, әсәһенең кәңәше буйынса Өфө ҡалаһы училищеларының береһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Әммә күп осраҡта тормош һин теләгәнсә генә бармай һәм ижади һәләттәрең, һуңынан асылыр өсөн, артҡы планға күсә. Ҡыҙ үҙенең мөхәббәтен осрата. Ғаилә ҡоралар, балалары тыуа. Хужалыҡ мәшәҡәттәре, әсәлек бурысы – көндәлек эш менән ижад тураһындағы уй-хыялдары онотола. Улдары Марат һәм Ринат үҫеп етә, Фәнисәнең йәшлек шөғөлөнә бағышларлыҡ буш ваҡыты күбәйә.
Тәүҙә төҫлө ептәр, ә һуңынан сәйлән менән сигелгән сәскәләр Фәнисәнең тәүге эштәре була. Яйлап ул гуашь менән һүрәт төшөрә, таҫмаларҙан төрлө композициялар төҙөй башлай, акрил стразаларҙан алмаздар мозаикаһын, джут филигранен, гипстан төрлө һындар ҡойоп, уларҙы буяуҙы үҙләштерә, хатта ағасты семәрләп эшләүҙә лә үҙен һынап ҡарай.
Фәнисә әйтеүенсә, буласаҡ ижад эштәренең сюжеттарын ул студент йылдарында уҡ уйлап йөрөгән. Тик йылдар үткәс кенә уларҙы тормошҡа ашырырға насип булған. Төрлө техникала башҡарылған һүрәттәрендә сәскә гөлләмәләре, ҡоштар һәм ғәжәйеп хайуандар йәнләнә. Уның йәмле йортонда йөҙгә яҡын ижади эш үҙ урынын тапҡан. Ә солан стенаһына төшөрөлгән ожмах баҡсаһын уның иң күләмле ижади эше тип иҫәпләргә мөмкин. Тап шул ваҡытта тәүге тапҡыр майлы буяуҙар менән төшөрөп ҡарай һәм уның был эше килеп сыға ла!
Тормош иптәше һәм улдары Фәнисәнең мауығын хуплап, ярҙам итеп тора. Ә ейәндәренә өләсәләренең шөғөлө айырыуса оҡшай. Ул кескәйҙәрҙе һүрәт төшөрөргә, гипстан һындар буярға һәм төрлө ҡул эштәренә өйрәтә. Киләсәктә, бәлки, ейәндәренең берәйһе ысын рәссам булыр.
Сергей Чиков.
Автор фотоһы.
Фәнисә Мостафина эштәренең береһе менән үҙенең «Ожмах баҡсаһы» янында.
Читайте нас: