+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Май 2020, 19:15

Яңы юл буласаҡ

Районда Фәриҙун-Исмәғил юлын үҙгәртеп ҡороу башланды

Фәриҙун ауылы йүнәлешендәге юл водителдәргә ҡыуаныс килтергәне булманы. Миҙгелдәр араһында юл урыны-урыны менән бөтөнләй үтә алмаҫлыҡҡа әйләнә ине. Хәҙер барыһы ла үҙгәрәсәк. Апрель айында бында «Ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше» маҡсатлы федераль программаһы буйынса күләмле эштәр башланды. Уның сиктәрендә Фәриҙун-Исмәғил автомобиль юлының ете саҡрымдан ашыу арауығында ремонт яһаласаҡ. Шулай уҡ фермаға ла тигеҙ юлдан ғына йөрөйәсәктәр.
Объектты юлсылар 2020 йылдың октябренә тапшырырға иҫәп тота. Элегерәк был программа буйынса беҙҙең районда Суйынсы ауылында, Ленинск ҡасабаһында юлдарҙың айырым участкалары үҙгәртеп ҡоролдо һәм малсылыҡ комплекстарына илтеүсе юлдар төҙөлдө.
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте бындай эштәрҙе башҡарыуҙа ҙур тәжрибә һәм юғары һөнәри оҫталыҡ туплаған Дәүләкән һәм Әлшәй юл төҙөү-ремонтлау идаралыҡтары көсө менән тормошҡа ашыра. Төҙөкләндереү эштәре иртәнән алып ҡараңғы төшкәнсе дауам итә. Әлеге ваҡытта яҙғы ҡар һыуҙары ҡаршылыҡтарһыҙ аҡһын өсөн оло диаметрлы торбалар урынлаштырыла. Участкала бөтәһе 12 тимер-бетон һәм 5 тимер һыу ағыҙыу системаларын ҡороу планлаштырыла.
Программаға ярашлы, автомобиль юлын үҙгәртеп ҡороу планына Исмәғил ауылының Тимер юл тип исемләнгән үҙәк урамын төҙөкләндереү ҙә инә. Бында ҡырсынташ полотноһынан фрездар менән үтеп, иҫке асфальт ҡатламын алдылар һәм ваҡ таш түшәнеләр. Уның аҫтына ер ҡатламын ултырыуҙан һаҡлау өсөн һыу үткәрмәүсе махсус туҡыма йәйелде. Ошондай уҡ туҡыма юлдың буйынан-буйына һалынасаҡ. Был заманса технология ҡаты ҡатламдың сифатын яҡшыртырға һәм уның ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға ярҙам итә. Киләсәктә был урамда тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр, бөтә кәрәкле юл инфраструктураһы барлыҡҡа киләсәк.
Миҙгел дауамында төҙөүселәр юл полотноһының төп ҡатламын йәйергә, ҡырсынташ түшәргә, юл ситтәрен тигеҙләргә, башҡа кәрәкле әҙерлек эштәрен башҡарырға иҫәп тота. Унан инде асфальт йәйеләсәк. Федераль һәм республика бюджеттарынан юлды үҙгәртеп ҡороуға 135 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Галина Бурдилева.
И. Кәримова фотоһы.
Читайте нас: