+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 15:35

Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме билдәле булды

Башстат 1 апрелгә ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме 14 500 һум тәшкил итә. Башстат 1 апрелгә ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек республикала пенсияның уртаса күләме 13 649 һумға тиң ине.
Ошо ваҡыт эсендә пенсионерҙар бер аҙ артҡан. Хәҙер улар — 1,190 миллион тиерлек.
Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙың күпселеге йәки 1,093 миллиондан ашыу кеше страховка пенсияһы ала. Страховка пенсияһының уртаса күләме 14875 һум самаһы тәшкил итә.
Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алғандар күберәк – 96,5 мең кеше. Әле уларға уртаса 10 258 һум түләнә, тип белдерҙе республика статистиктары.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2020 йылдың беренсе кварталында уртаса эш хаҡы 35 880 һум тәшкил итте.
Галина Бахшиева
Читайте нас: