-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
1 Июня 2020, 19:10

Заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты

Баймаҡ районында тиҙҙән ике заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инергә тейеш

Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә, әле Ярат һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарында төҙөлөш эштәре тамамланыуға табан бара. Һәр объектҡа өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Медицина учреждениеларын июнгә файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылған.
Үткән быуаттың 80-се йылдар башында үҙ ишектәрен асҡан Түбәнге Иҙрис ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән инде заман һынауын үткән.
Ҡыш көндәре бигерәк тә ауырға тура килә, сөнки утын яғып йылытылған бина иҫке булыу сәбәпле, йылыһы оҙаҡ тормай, иҙән таҡталары араһынан ел уйнай. Яңы медицина учреждениеһы төҙөлөүенә ауылдың тәжрибәле фельдшеры Фәимә Солтанова ҡыуанып бөтә алмай.
Әле яңы пунктта эске биҙәү эштәре ҡалған. киләсәктә Бында ҡабул итеү,процедуралар бүлмәләре буласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн дә бар уңайлыҡтары булған эш кабинеты планлаштырылған.
Дәүләт ярҙамы менән райондың Ярат ауыл биләмәһендә лә заман бинаһы ҡалҡып сыҡты. Ул 320 кешене, шул иҫәптән 52 баланы, хеҙмәтләндерәсәк. Кескәй сабыйҙар ҙа бар.
Ауыл фельдшеры элек-электән алыштырғыһыҙ, хөрмәтле кешеләрҙән һанала.Сөнки тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан,ул һәр ваҡыт ярҙамға ашыға.Бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа. Шуға ла халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар ҙа булыу мөһим.
Читайте нас в