+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 17:20

Тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороусылар 119-ға артҡан

Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 317 мең кеше медицина күҙәтеүенә алынған.

5 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3 727 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 119-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
3 727 кешенең — 2 423 актив сирле, 1 286-һы һауыҡҡан.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 8 726 осрағы раҫланған, 144 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 8 057 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 449 834 сирле иҫәпләнә, уларҙың 212 680-е һауыҡҡан, 5 528 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бөгөнгә илдә коронавирусҡа 12 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 320 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 317 мең кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Галина Бахшиева
Читайте нас: