+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 18:05

65 йәштән өлкәндәр өсөн «комендант сәғәте» һаҡлана

Бына нимә үҙгәрҙе:


–хәҙер 17 йәшкәсә балаларға киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем (элек киске 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ине) өлкәндәрһеҙ урамда йөрөргә ярамай. Быны боҙған өсөн ата-әсәләргә штраф янай;

– 65 йәштән өлкәндәр өсөн «комендант сәғәте» һаҡлана. Уларға киске 6-нан таңғы 6-ға тиклем өйҙә ҡалырға тәҡдим ителде;

– 15 июндән республикала өҫтәмә белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән автомәктәптәр эше тергеҙелә;

– 22 июндән штатта медицина персоналы булған балалар шифаханалары, профилакторийҙар һәм һауыҡтырыу лагерҙары асыла. 15 июндән уларҙы асыуға әҙерлек башлана.

Республикала битлек режимы һаҡлана. Изоляция режимы бөтөрөлмәгән әле.
Читайте нас: