-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
19 Июня 2020, 12:40

Лариса Абдуллина «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде

«Аҡбуҙат» — балалар өсөн айлыҡ әҙәби-нәфис журнал.

Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Лариса Абдуллина «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде.
Шағирә, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллина журналистика өлкәһендә — 1994 йылдан, «Башҡортостан» гәзите редакцияһында 2008 йылдан алып эшләй. Быға тиклем «Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеген етәкләне.
«Аҡбуҙат» — мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ әҙәби-нәфис журнал.
Ләйлә Аралбаева
Читайте нас в