+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 18:00

1941 йылдағы ҡыҙ

Фотоһүрәт аҫтына «1941 йыл, Дәүләкән ҡалаһы, Полинаға 12 йәш» тип яҙып ҡуйылған.

Беҙ өләсәйем менән уның ваҡыт үтеүҙән һарғайған фотоһүрәттәр альбомын ҡарап ултырабыҙ. Хәҙер ундай альбомдар бик ят күренеш: һоро төҫтәге ҡаты биттәре, унда ситтәре тулҡынлы итеп киҫелгән аҡһыл-ҡара фотоһүрәттәр тигеҙ итеп йәбештерелгән. Һәр ҡайһыһының аҫтында ҡыҫҡаса ғына исеме һәм датаһы яҙылған. Уларҙың береһенән миңә һары сәсле ҡыҙыҡай ҡарай. Уның ике сәс үреме нәҙек шишмә һымаҡ тулҡынланып ябыҡ иңбаштарына төшә. Аҡһыл-ҡара төҫтәге фотола ул кейгән күлдәк һәм туфлиҙарҙың ниндәй төҫтә икәнен белеп булмай. Моғайын, был ябай көн түгелдер, ҡыҙыҡай ата-әсәһе менән байрамға килгәндер, моғайын. Фотоһүрәт аҫтына «1941 йыл, Дәүләкән ҡалаһы, Полинаға 12 йәш» тип яҙып ҡуйылған.
Мин яйлап альбомдың бөтә битен дә ҡарап сығам, тик ул ҡыҙҙың башҡа фотоһүрәте юҡ. Ниңә икәнен төпсөнәм.
- Иртәгә белерһең, ул үҙе барыһын да һөйләп бирер, - ти өләсәйем.
Тулҡынланыуҙан аптырап ҡалам: иртәгә мин 1941 йылдағы Полина менән осрашасаҡмын! Башымда төрлө һорауҙар ҡайнағанлыҡтан, төнө буйы йоҡлай алмай сығам һәм таң атыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Иртән яртылаш буш автобусҡа ултырабыҙ, һәм ул да, төнөн йоҡоһоҙ уҙғарғандай, туҙанлы юлдан ауыр ҡуҙғалып китә. Юл буйына мин алһыуланып янған офоҡтарҙы, туптар гөрһөлдәүен, һауаны ярып, снарядтар шартлауын күҙ алдына килтереп барам. Ял иткән ваҡытында еүеш окопта әсәһенә - иҫәнлеген белдереп хат, ә бәлки, һөйгән ҡыҙына – шиғыр, кескәй ҡыҙына әкиәт яҙған һалдат күҙ алдынан үтә. Бәлки ул Полинаның атаһылыр, һәм тиҙҙән еңеү менән әйләнеп ҡайтырға һүҙ бирәлер.
Беҙ килеп етәбеҙ. Поляковка ауылы. Йорт ишеге янында беҙҙе бәләкәй буйлы, ҡаҡса кәүҙәле инәй ҡаршы ала. Таҙа, яҡты бүлмәлә әҙерләнгән өҫтәл артында «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын ҡарай-ҡарай, Полина инәйҙең һөйләгәндәрен тын да алмай тыңлайым.
Һуғыш башланғанда, ул, башҡа балалар кеүек үк, өлкәндәрҙең күҙ йәшен, атаһының, олатаһының һәм ауылдың башҡа бик күп ир-егеттәренең билдәһеҙлеккә китеүен күреп, ныҡ ҡурҡа. Кескәйҙәрҙең йөрәге ниндәйҙер ҡурҡыныс яҡынлашыуын, башҡаса күңелле уйындар булмаясағын яҡшы аңлай. Шулай итеп бәләкәй Полина өсөн өлкәндәр тормошо башлана. Өлкәндәрсә эштәре, өлкәндәрсә еңеү өсөн көрәше менән өлкәндәр тормошо. Баҫыуҙарҙа хеҙмәт һалыу, өлкәндәр менән бер рәттән бәләкәй ҡулдарҙың көсө лә етмәҫлек ҙур биҙрәләр күтәреп, фермаларҙа һыйыр һауыу, артабан комбайнда эшләү, һалдаттарға икмәк булһын өсөн колхоз келәтенә иген ташыу, уны елләтеп, киптереү. Болонда бесәнде эҫкерттәргә һалыу Полинаның мускулдарын нығыта.
Кистәрен шәм яҡтыһында ҡыҙыҡай атаһына ауылдағы хәбәрҙәрҙе: баҫыуҙарҙа эштәрҙең туҡталмауын, яҡшы уңыш көтөлгәнен, берҙән-бер тамаҡ туйҙырыусы булған һыйырҙарҙы һаҡлауҙарын, үҙенең инде хәҙер үҫеүен, бөтә эште лә белеүен, ағаларының да трактор ремонтлауын, баҫыуҙа алыштырғыһыҙ булыуҙарын, уларҙың да балалыҡтары менән хушлашыуын, үҙҙәренең барыһына ла түҙгәнен бәйнә-бәйнә теҙеп, атаһының еңеү менән ҡайтыуын үтенеп, хаттар яҙа. Полина дәфтәр битен өсмөйөшләп төрөп, атаһының уны алғас, нисек шатланасағын күҙ алдына килтерә. Балалары уның – ниндәй! Тыл хеҙмәткәрҙәре! Ундайҙар менән еңеү ҙә яҡыныраҡ!
Кисен өләсәйем менән ҡалаға ҡайтабыҙ. Шул уҡ автобус беҙҙе ултыртып, хәҙер инде еңел генә юл буйлап елдерә. Ҡояш байыуға яҡынлаша. Был тыныс шәфәҡ, ә янғындар алһыулығы түгел. Ҡарҙан асылған туғайҙарҙа балалар кемуҙарҙан сыр-сыу килеп йүгерешә. Улар кемдең күләүеккә ебәрелгән ҡағыҙ кәмәһе шәберәк һәм алыҫыраҡ йөҙөр, тип бәхәсләшә. Ә теге фотоһүрәттәге ҡыҙ күләүектәргә нисә кәмә ебәрҙе, яратҡан ҡурсағына күпме кейем текте, уға күпме йыр йырланы икән? Тыл хеҙмәтсәне, ҙур эшсе, бәләкәй Поля.
Өйҙә мин тағы ла фотоальбомды ҡулыма алам. Ваҡыт үтеүҙән һарғайған «1941 йыл, Дәүләкән ҡалаһы, Полинаға 12 йәш» тигән фотоһүрәт. Ә артабан инде - сибәр ҙур ҡыҙ. Тығыҙ итеп үрелгән сәс толомдары ҡулбашына төшкән. Етди, баҫалҡы ҡараш ( мин ул күҙҙәрҙең зәңгәр күк төҫөндә булыуын беләм). Фотоһүрәт аҫтына «1945 йыл. Якушенко Полина Петровна. Тыл хеҙмәтсәне» тип яҙылған. Ҡыҙ еңеүҙе яҡынлаштырырға ярҙам иткән, әммә атаһы ғына яуҙан ҡайтмаған. Ул яҙған өсмөйөшлө хатҡа яуап булып ғаиләгә һалдаттың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә.
Мин үҙемә нисәнсе тапҡыр: «Булғанмы һуң ул һуғыш осоронда бала саҡ?» - тигән һорау бирәм һәм хәҙер һуғыш осоро балаларының бала саҡтары ниндәй булыуын, улар өсөн бәхет – еңеү хөрмәтенә иҫән ҡалыуҙары, бушап, етемләнеп ҡалған тыуған яҡтарына атай-олатайҙарының, ағайҙарының яу ҡырҙарынан әйләнеп ҡайтыуҙары, яҡындары, һөйгәндәре батырҙарҙы өҙөлөп көтөүҙәре, һуғыштан һуң беҙ, уларҙың балалары һәм ейәндәре тыныс күк аҫтында ғына йәшәүҙәренә ышаныуҙары икәнен яҡшы беләм. Мин 1941 йылдағы Полинаға, уның ағаһы (минең ҡарт олатайым) Николайға һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ысын батырҙарға бөгөнгө шат һәм тыныс тормошта йәшәгәнебеҙ өсөн рәхмәтлемен. Һеҙҙең хеҙмәт батырлыҡтарығыҙ тураһында бик аҙ белгәнгә беҙҙе ғәфү итегеҙ, тыл хеҙмәтсәндәре...
Читайте нас: