0 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 19:50
Өфөлә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға гранит-бронза һәйкәл ҡуйылды
Өфө тимер юл вокзалы майҙанында 1941 йылдың йәйендә фронтҡа киткән геройҙарға һәйкәл асылды
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфө тимер юл вокзалы майҙанында 1941 йылдың йәйендә фронтҡа киткән геройҙарға һәйкәл асылды. Республика башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, урын осраҡлы һайланмаған.
«Бынан «Прощание славянки» маршы аҫтында йөҙ меңләгән яҡташыбыҙ фронтҡа киткән. Перронда башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари һәм башҡа йырҙар яңғыраған. Атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар киткән, улар Бөйөк Еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарына эскерһеҙ ышанған. Ләкин был һуғыш аяуһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында мәңгелеккә ятып ҡалған. Әммә беҙҙең яугирҙәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы дошманды еңгән. 1945 йылдың йәйендә тап ошо урынға, әлеге перронға, яугир-еңеүселәр менән эшелондар ҡайтҡан», — тине республика Башлығы.
Гранит-бронза скульптура композицияһы 1941 йылда фронтҡа оҙатыуҙарҙы сағылдырған бер ансабль булып тора. Радий Хәбиров республиканың һәйкәлде көтөп алыуын билдәләне. Хәҙер һәр кем объект эргәһендә туҡтап, геройҙарҙы иҫкә алыу мөмкинлегенә эйә.
«Был һәйкәл китап буйынса түгел, ә ветерандар ярҙамында өйрәнгән тарих символы булыр, — тип иҫәпләй республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәйкәлгә таш һалған ветерандар уны асыу көнөнә тиклем йәшәй алманы. Әммә беҙ уларҙы онотмаҫбыҙ».
Бөйөк Ватан һуғышы фронтына киткәндәр иҫтәлегенә мемориал туғыҙ һындан тора. Уларҙың бөтәһе лә төрлө милли кейем кейгән. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров әйтеүенсә, был халҡыбыҙҙың күп милләтле булыуын сағылдырыу өсөн эшләнгән. Проекттың художество идеяһы авторы – Андрей Назаров. Ул туғыҙ бронза һынды әҙерләү өсөн үҙ аҡсаһын түләгән. Объектты авторҙар коллективы менән скульптор Вадим Кириллов тормошҡа ашырған.
https://
www.bashinform.ru/news/1464623-v-ufe-otkryli-granitno-bronzovyy-pamyatnik-ushedshim-na-front-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Хәтер һәм ҡайғы көнө
,
һәйкәл
,
тимер юл вокзалы
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы