-6 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 13:45
Ипотека-аҡса туплау программаһын 2021 йылға тиклем оҙайтыуҙары ихтимал
Башҡортостанда йәшәүселәр яңы торлаҡ өсөн тәүге взносҡа аҡса туплай ала.
Торлаҡ төҙөү өсөн ипотека-аҡса туплау программаһын 2021 йылға тиклем оҙайтыуҙары ихтимал. «Төҙөлөш сәғәте»ндә ошо мөмкинлек тикшерелде.
Республиканың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директоры урынбаҫары Евгений Декатов һүҙҙәренсә, төбәктә программа 2014 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Элек унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, балалы ғаиләләр һәм 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр ҡатнаша алды. 2019 йылдың 1 мартынан Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса был сикләүҙәр бөтөрөлдө.
Декатов әйтеүенсә, иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге кризисҡа бәйле, программала ирекле ҡатнашыуҙы 2021 йылдың аҙағына тиклем дауам итергә кәрәк. Ул шулай уҡ граждандар йылына 3% ставка менән торлаҡты льготалы кредитлау программаһынан файҙалана алһын өсөн аҡса туплау осороноң минималь срогын бер йылға тиклем кәметергә тәҡдим итте.
Ипотека-аҡса туплау программаһы өстән алып алты йылға тиклем ике банкта иҫәп асырға мөмкинлек бирә. Ҡатнашыусыларҙың айлыҡ взносына республика бюджетынан взностың суммаһынан 30% тиклем премия өҫтәлә. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр яңы торлаҡ өсөн тәүге взносҡа аҡса туплай ала.
https://
www.bashinform.ru/news/1464847-v-bashkirii-ipotechno-nakopitelnuyu-programmu-zhilstroysberezheniy-mogut-prodlit-do-2021-goda/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау
,
ипотека
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан