+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:35

Төрмәгә 18 телефон индерергә маташҡандар

Майонезлы биҙрәгә һалынған була

Башҡортостан Республикаһы буйынса УФСИН хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһындағы ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 18 кеҫә телефоны, өс сим-карта һәм бәйләнеш өсөн кәрәкле башҡа ҡорамалдар индерергә маташыу фактын асыҡлаған. Тыйылған әйберҙәр майонезлы биҙрәгә һалынған була. Был хаҡта федераль хеҙмәт идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Шулай уҡ Мәләүез ҡалаһындағы 7-се колонияға икмәк алып килгән машинаны тикшереү мәлендә икмәк эсендә ике кеҫә телефоны табыла.
“Был осраҡтар буйынса тикшереү бара. Холоҡ төҙәтеү урындарына тыйылған әйберҙәр индереү административ тәртип боҙоу булараҡ баһалана һәм бының өсөн өс меңдән биш мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған”, - тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР буйынса УФСИН.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: