-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
26 Июня 2020, 19:35

Йәш табиптарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланылар

25 йәш белгескә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Бөгөн Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында республиканың йәш табиптарын һөнәри байрамдары менән ҡотланылар.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. “Беҙ йәш белгестәрҙе тәбрикләү буйынса матур йоланы тегерҙәбеҙ. Республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау тармағының йәш хеҙмәткәрҙәренә ҙур кинәнес менән наградаларҙы тапшырам”, – тине Руслан Хәбибов.
“Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр сәйәсәтенең маҡтаулы хеҙмәткәре” билдәләре менән Башҡорт дәүләт медицина университьетының “Травматология һәм ортопедия” белгеслеге буйынса ординатор Нәргизә Вилданова, акушер-гинеколог – Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник перинаталь үҙәгенең ҡабул итеү бүлексәһе мөдире Динар Ғабдрахманов, Республика клиник психиатрия дауаханаһының баш татибы, республиканың Йәш табиптар советы рәйесе Таһир Ғизәтуллин һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты дауалау факультетының V курс студенткаһы Ләйсән Хызырова тәбрикләнде.
25 йәш белгескә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.
– Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәге 2011 йылда эшен башлағайны. Ошо ваҡыттан алып әүҙем эшләйбеҙ. Һәм бөгөн алты мең тирәһе ирекмән бар. Пандемия осоронда ла ситтә тороп ҡалманыҡ һәм оператив штаб ойошторҙоҡ. Унда университеттан 450 ирекмән эшләй, – тип һөйләне юғары уҡыу йортоноң ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Нәргизә Вилданова. Бөгөн ул йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәре тигән маҡтаулы билдәгә лайыҡ булды.
Фотолар: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в