Баҡса еләге үҙенең тәмлелеге менән генә түгел, витаминдарға бай булыуы менән дә айырылып тора. Ул аппетитты яҡшырта, аш ҡайнатыу системаһына ыңғай йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуын тиҙләтә һәм бәүел бүлеп сығарыуҙа ҡатнаша. Баҡса еләге авитаминоз, ҡан баҫымы ауырыуҙарын, подагра, атеросклероз кеүек ауырыуҙарҙан бына тигән дауаланыу сараһы булып тора! Халыҡ медицинаһында иһә еләкте балаларҙың эсе киткәндә һәм аҙ ҡанлылыҡ менән интеккәндә ҡулланалар. Көн һайын еләк ашаған кешенең иммун системаһы ныҡ. Йәйен еләк менән һыйланғандар ҡышын һалҡын тейеүҙән интекмәй. Күптәр еләк составында йод барлығын белмәйҙер ҙә әле. Көнөнә 150-200 грамм баҡса еләге ашаһағыҙ, ҡалҡан биҙегеҙҙең эшмәкәрлеге яҡшырыр, организмығыҙҙа йод артыр. Шуны ла әйтергә кәрәк, еләктең составында булған салицил кислотаһы быуындар ауыртҡанда бик файҙалы. Эсәк инфекцияһынан интегеүселәр өсөн дә еләк бына тигән дауаланыу сараһы буласаҡ.
Еләк бик татлы, баллы емеш. Шуға ҡарамаҫтан уны шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә лә ашарға ярай. Еләктең файҙаһы булһын өсөн, көнөнә 400 граммдан да кәм еләк ашамаҫҡа кәңәш ителә. Билдәле, балаларға күп һыйланырға ярамай, аллергия сығыуы бар. Еләк ҡанды тимергә байыта. 200 грамм баҡса еләгендә бары 60 калорий ғына. Шулай уҡ 1-2 грамм аҡһым, 14 грамм углевод, 28 грамм кальций, 0,8 грамм тимер, 20 грамм магний, 38 грамм фосфор, 54 грамм калий, 113,4 грамм С витамины, 35.4 мкг фолиев кислотаһы һәм 54 грамм А витамины бар. Шулай уҡ баҡса еләген “йәшлек емеше” тип тә атап йөрөтәләр. Сөнки ул кешене ысын-ысынлап йәшәртергә һәләтле. Викторияла булған В, Е төркөмөнә ингән витаминдар бит тиреһен алһыуландыра, йәшәртә. Өҫтәүенә, еләк ашағандан һуң, организмда “бәхет гармоны” эшләнеп сыға һәм кешенең кәйефе күтәрелә.
Кесе йомошон үтәй алмай интегеүселәргә баҡса еләге төнәтмәһе ярҙамға килер. Бының өсөн ике ҡалаҡ яңы иҙелгән еләккә 1 стакан ҡайнап торған һыу һалырға кәрәк. 30 минут һауыттың ҡапҡасын ябып төнәткәндән һуң, һөҙөргә һәм төнәтмәне эсергә кәрәк. Еләк үҙе генә түгел, ә уның япраҡтары ла организм өсөн бик файҙалы. Халыҡ медицинаһында ул япраҡтарҙы сәй итеп яһап эскәндәр. Сәй өсөн япраҡтарҙы август-сентябрь айҙарында йыйырға кәрәк. Япраҡтарҙы киптерер алдынан башта йыуырға, аҙаҡ ҡағыҙ тартмаға һалып, йә иһә кояш төшмәй торған ергә йәйеп ҡуйып киптерергә була. Еләк япраҡтарынан яһалған сәй эсәклектәрҙе һәм һейҙек органдарын таҙартырға ярҙам итә. Шулай уҡ ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә еләк сәйе бик ныҡ ярҙам итә. Йөрәк тибеше йыш булғанда ла бындай сәйҙең ярҙамы теймәй ҡалмаҫ.