-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 12:15

Аварияла бер ғаилә - өс кеше һәләк була.

Ашығыуҙың аҙағы бик аяныслы бөтөүе ихтимал.

Республика ЮХХДИ-һы 25 июндә Благовар районында өс кеше ғүмерен өҙгән аварияға асыҡлыҡ индереүҙе дауам итә.
Был фажиғәлә Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында "ВАЗ-2109" еңел автомобиле һәм “ГАЗель” бәрелешә, һөҙөмтәлә бер ғаилә - өс кеше һәләк була.
“Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренсә, бәрелеш бер транспорттың ҡаршы һыҙатҡа сығыуы сәбәпле була”, – ти ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Улар был автомобилде асыҡлау эшен алып бара.
Аварияға осраған еңел автомобилдә 61 йәшлек Өфө кешеһе һәм уның 62 йәшлек ҡатыны, 37 йәшлек улы һәләк була. “ГАЗель” хужаһы еңел йәрәхәттәр ала. Һәр яҡлы тикшереү дауам итә.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Ашығыуҙың аҙағы бик аяныслы бөтөүе ихтимал.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәре.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: