+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 02:05

Өфөлә «Бейеүсе торналар» фонтаны эшләй башланы

Фонтан оҙонлоғо – 55, киңлеге – 10 метрға яҡын.

Уны асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, төҙөлөш һәм торлаҡ комуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров ҡатнашты.
Орджоникидзе районындағы «Имәнкәй» скверында шулай уҡ спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары урынлашҡан. Биләмә видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған. Тантана Халыҡ-ара урбанистика форумы барышында үтте.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында уҡ ҡуйылған торналар – дөйөм архитектура ансамбленең бер өлөшө. Фонтан оҙонлоғо – 55, киңлеге – 10 метрға яҡын. Был майҙан баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнер тип көтөлә.
Читайте нас: