+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2020, 12:05

Беҙҙә власҡа ышаныс көслө

"Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биргәндә өс быуын мәнфәғәттәре ҡушылды", - тине Александр Дегтяров.

Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты, иҡтисад фәндәре докторы Александр Дегтярев билдәләүенсә, Башҡортостанда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың кәйефенә өс төп фактор йоғонто яһаны.

"Беренсенән, федераль һәм айырыуса төбәк власть органдарына ышаныс факторы. Вәғәҙә менән башҡарыу араһында айырма барлыҡҡа килеүҙе кешеләр бик яҡшы һиҙә. Бөгөн Башҡортостандағы төбәк власть социаль өлкәлә, иҡтисадта үҙ сәйәсәтен шулай төҙөй, әйтелгәндәр һәр ваҡыт та үтәлә.
Икенсе фактор Башҡортостандағы күп милләтле халҡыбыҙҙың көслө традициялары менән бәйле, ул төрлө дәрәжәләге һайлау компанияларында әүҙемлек күрһәтә.

Өсөнсө фактор иһә - айыҡ аҡыл. "Эш шунда: Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биргәндә өс быуын мәнфәғәттәре ҡушылды", - тине Александр Дегтяров.

Фото: bashinform.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: