Йәйҙең икенсе айы башланды. Июль – емеш-еләккә бай ай. Күптәр ошо мәлде файҙаланып ҡалырға тырыша. Баҙарҙа еләктең күплеге!!! Ауыл халҡы иртәнән үк биҙрә-биҙрә еләк күтәреп һатырға килә. Ер еләгенең хуш еҫе әллә ҡайҙарға тарала. Ҡала халҡы ла белеп бөткән – тиҙ арала биҙрәләрҙе бушата һалып, өйҙәренә йүнәлә.