0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 11:40

Көндәр йылына

Көньяҡ-көнбайыштан йылы һауа массаһы килә

Башҡортостанда июлдә йылыта, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары. Аҙна аҙағында төбәккә көньяҡ-көнбайыштан йылы һауа массаһы килә. Төндә температура +12,+17, көндөҙ иһә +23,+27 градусҡаса күтәрелә. Урыны менән йәшенле ямғыр яуа.
Киләһе аҙнала юғары баҫым көсәйә, яуым-төшөм туҡтай. Дөйөм алғанда, июлдә температураның нормаға ярашлы (уртаса тәүлек +18,4), ә яуым-төшөмдөң норманан аҙыраҡ булыуы көтөлә (60-70 миллиметр).
Республикала июндең һуңғы декадаһы һалҡын – уртаса тәүлек һауа температураһы ғәҙәттәгенән 3-6 градусҡа түбән булды, тауҙарҙа һәм уйһыу урындарҙа ҡырау төштө. Бындай күренештәр йышыраҡ июнь башында күҙәтелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: йылытыу
Читайте нас: