+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 19:00

Ялған аҡса менән иҫәпләшкәндәр

Һәм ҡайтарымын ысын аҡса менән алғандар

Өфөлә ялған биш меңлектәрҙе күп тапҡыр әйләнешкә индергән әҙәмдәр тотолған. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Полиция 24 һәм 29 йәшлек Бәләбәй кешеләрен Өфөлә Транспорт урамында ялған аҡса менән иҫәпләшергә торған мәлендә эләктергән. Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Ирҙәр ғәйебен таныу буйынса күрһәтмә биргән, һаҡ аҫтына алынғандар.
Тикшереү барышында уларҙың ошоға оҡшаш биш эпизод буйынса ғәйепле булыуы асыҡланған. Дүртеһе - Инорс биҫтәһендә: Мушников урамындағы баҙарҙа,Төхвәт Йәнәби урамындағы һатыу нөктәһендә, Фронт бригадалары урамындағы кафела һәм бишенсеһе - Сипайлово биҫтәһендәге магазинда ялған аҡса менән иҫәпләшкәндәр, өҫтәүенә артығынан ҡайтарымын ысын аҡса менән алғандар. Тентеү мәлендә машиналарында ла унлап ялған биш меңлек табылған. Енәйәтселәрҙең тағы ла ошоға оҡшаш енәйәттә ҡатнашы барлығы-юҡлығы ла тикшерелә.

Фото: novostipmr.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: